Күршеләргә экскурсия
Май 30, 2026
Просмотров: 11
29 май Үрге Муйнаҡ мәктәбенең 5-8 класс уҡыусылары күрше Йылайыр районы Бәрҙәш ауылына походҡа барып ҡайттылар. Мәктәптең музейын ҡаранылар. Музей бик матур һәм бай. Мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Һуңынан Муйнаҡ йылғаһы тураһында легенда тыңланылар. Муйнаҡтарҙың боронғо йәйләү урындары менән танышыу уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы булды. Сәйәхәттән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.