Зәңгәр уттар

Декабрь 25, 2025 Просмотров: 79

24 декабрь көнө Үрге Муйнаҡ мәктәбендә уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн яңы 2026 йылды ҡаршылап “Зәңгәр уттар” кисәһе үтте. Уҡытыусылар тарафынан әҙерләнгән сценарий шул тиклем матур, мауыҡтырғыс булды. Сара 2025 йылды йомғаҡлап спорт, белем һәм ижад өлкәләрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылаҙы билдәләп үтеү менә башланып китте. “Еңеүҙең 80 йыллығына- 80 бишле” конкурсына йомғаҡ яһалды. Иң күп “5” билдәһе алыусыларға аҡсалата приз тапшырылды. Шахмат һәм шашка буйынса урындар билдәленде һәм уҡыусылар маҡтау ҡағыҙы менән бергә тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Бик күп матур, дәртле йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейелде, ҡыҙыҡлы уйындарҙа уҡыусылар теләп ҡатнашты. Уҡыусылар көндә уҡытҡан уҡытыусыларын, әсәйҙәрен икенсе ролдә күреп шатландылар. Ошо матур сараны ойоштороуға бағымсы булған Әбделғужин Ильнур Факил улына, Атнағолов Илдар Фәрит улына, Исламғолов Байтимер ағайға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Яңы йыл яңы уңыштар килтерһен.