Башҡорт теле көнө

Декабрь 12, 2025 Просмотров: 75

 

Бөгөн 12 декабрь Үрге Муйнаҡ мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә ҡарата бик әһәмиәтле саралар уҙғарылды. Мәктәп файеһына “Туған телем- башҡорт теле” исемле стенд , уҡыусыларҙың туған тел тураһында һүрәттәре, класс газеталары ҡуйылды. Залда Рәми Ғариповтың, Зәйнәб Биишеваның һ.б. туған телгә бағышланған шиғырҙары, ҡурай моңо яңғыраны. Башланғыс кластар “Башҡорт теле көнө менән ҡотлау” акцияһына ҡушылды. Урта кластар “Мәҡәлдәрҙә –халыҡ аҡылы” акцияһына видоеролик эшләне. 9-11 кластар “Тел бәйгеһе” уйын-ярышта ҡатнашты. Шулай итеп, Башҡорт теле көнө уҡыусылар өсөн бик файҙалы үтте, тип әйтергә була, уҡыусыларҙа башҡорт теле, башҡорт тарихына ҡарата тик йылы, матур хис-тойғолар уянды.