Экологик өмә
Ноябрь 27, 2025
Просмотров: 152
Бөгөн, 27 ноябрь экологик өмә үтте. Был саранан барлыҡ мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм техник хеҙмәткәрҙәр ситтә ҡалманылар.
Уҡыусылар спорт майҙансығын,техник хеҙмәткәрҙәр мәктәп территорияһын тәртипкә килтерҙе. Ҡойолған көҙгө япраҡтарҙы, сүп-сарҙы йыйып тоҡтарға тултырҙылар.
Уҡыусыларҙың бындай сарала ҡатнашыуы бигерәк ҡыуандыра. Балалар бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, эшкә өйрәнеп үҫә.
Ә инде өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә лә шулай ихлас булыуҙарын, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булыуын теләйбеҙ!
Бындай өмәләр артабан да аҙна һайын үткәреләсәк. Әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырабыҙ! Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана!