Әсәйҙәр көнө менән!

Ноябрь 27, 2025 Просмотров: 150

Йыл һайын ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә.

Байрам уңайынан Үрге Муйнаҡ мәктәбе уҡыусылары әсәйҙәргә байрам сараһы ойошторҙолар. 

 «Әсәй менән гөл ултырттыҡ» йырына балалар иң нескә, йылы хистәрен, һәр бейеүҙәге хәрәкәттәргә рәхмәт тойғоларын һалып әсәләргә булған хөрмәт, һөйөү хистәрен еткерергә тырыштылар.
Сараның төп маҡсаты: әсәләргә хөрмәт уятыу менән бергә ижади һәләттәрен үҫтереү, әсәйҙәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткереү. Әсәйҙәр өсөн иң ҙур бүләк - балаларҙың йөрәк түренән сыҡҡан йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм уларҙың уңыштары.

Ҡәҙерле әсәйҙәр! барығыҙҙы ла ихлас күңелдән Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ һәм һеҙгә һаулыҡ, шатлыҡ, оҙон ғүмер, гел шулай изгелекле булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!