Өфөлә ҡунаҡта

Ноябрь 17, 2025 Просмотров: 269
12 ноябрҙә, Үрге Муйнаҡ мәктәбенең уҡыусылары Фатима, Гүзәлиә, Ғүмәр, Линар Өфө ҡалаһына барып ҡайттылар. Улар уҡыусылар араһында спорт көрәше буйынса Бөтә Рәсәй фестиваленең региональ этабы ярыштарында ҡатнаштылар. Уҡыусыларға был ярыштарҙа ҡатнашыу бик оҡшаған. Был ярышта уларҙы көрәш буйынса тренер Илнур Факил улы йөрөтөп алып ҡайтты. Ә инде ярышҡа әҙерләгәндәре өсөн уҡыусыларҙың ата - әсәләренә Раушания Әсҡәт ҡыҙына, Миңзирә Фәрит ҡыҙына, Рөстәм Динислам улына, Гөлсиә Шәрифйән ҡыҙына рәхмәт.