Ололар көнө

Октябрь 1, 2025 Просмотров: 132

Алтын көҙҙөң иң матур мәлендә Халыҡара ололар көнөн билдәләйбеҙ. Өлкәндәр - донъя тотҡаһы, ауыл йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге.

Тап ошо осор төрлө ерҙә ололарҙы ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр, иҫкә алыуҙар ойошторола. Был саранан Үрге Муйнаҡ урта мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. 

- Был донъяла күрһәткән хеҙмәттәре, ҡылған изгелектәре өсөн беҙ уларға рәхмәтлебеҙ! Беҙ, балалар, ололарҙың кәңәштәренән тайпылмаҫбыҙ, үрнәк булырға тырышырбыҙ, - тигән уй-кисерештәре менән уртаҡлашты мәктәп уҡыусылары.