Махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу матур йолаға әүерелде

Сентябрь 12, 2025 Просмотров: 288

Махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашыу матур йолаға әүерелде


Үрге Муйнаҡ мәктәбен тамамлап төрлө тарафтарға таралған уҡыусылар тыуған мәктәбен онотмай. Яйы сыҡҡан һайын уҡытыусыларының , уҡыусыларҙың хәлен белешеп торалар. Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа МХО ла ҡатанашыусы 2020 йылғы сығарылыш уҡыусыһы килде. Осрашыу аралашыу форматында уҙҙы, ул үҙенең ҡыҙыҡлы хәлдәре тураһында бәйән итте, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Яугир яҡташтарына һәр саҡ гуманитар ярҙам ебәргәндәре, иғтибарҙары һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, быларҙың барыһы ла егеттәргә көс биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.