Сентябрь 12, 2025
Просмотров: 277
Бөгөн, 12 сентябрҙә, Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейем көнө үткәрелә. Был байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың бай һәм матур мәҙәниәтен иҫкә төшөрә. Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы. Милли кейем көнө - ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп тә. Ошо матур саранан Үрге Муйнаҡ мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Бөгөн уларҙың һәр береһе дәрестәргә үҙе әҙерләгән милли кейемдә килде. Сара флешмоб менән тамамланды.
Поделиться
в Одноклассники