Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!

Июнь 26, 2025 Просмотров: 963

Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!

     Үрге Муйнаҡ мәктәбендә уҡытыусылар һәм техник хеҙмәткәрҙәр менән штаб начальнигы Мәһәҙиев Артур Әхтәм улы осрашыу үткәрҙе.
    Анализ күрһәтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ай һайын граждандар мутлашыусыларға (мошенниктарға) 220 000 000 (220 миллион) һумдан артығыраҡ аҡса күсерә. 2023 йылда IT-технологиялар ҡулланып (телефон, башҡа электрон ысулдар ярҙамында) урлашыуҙан килгән зыян 2 миллиард һумдан артығыраҡ булған.
IT-енәйәттәрҙә зыян күреүселәр былтыр 10 мең кешегә еткән. Уларҙың күбеһе юғары килемгә эйә булмаған, бюджет өлкәһендә эшләүсе кешеләр, пенсионерҙар. Тап шул категория аҡса менән эш итеүҙә үтә ышаныусанлыҡ күрһәтә.
Урланған аҡсалар, нигеҙҙә, кредит средстволары. Йәғни мошенниктар алдыҡ юл менән граждандарҙы кредит алырға һәм артабан үҙҙәренең (мошенниктарҙың) иҫәбенә күсерергә мәжбүр итәләр. IT-енәйәттәрҙә зыян күреүселәр аҡсаһыҙ ҙа ҡалып һәм алынған кредитты ла түләргә мәжбүр булып, шул рәүешле бурысҡа баталар.

    Артур Әхтәм улы үҙе менән булған миҫалдарҙы ла килтерҙе. Мутлашыусылар һеҙҙең аҡсағыҙҙы урлар өсөн яңынан-яңы ысулдар уйлап табып тора – шуны онотмағыҙ, тип һүҙен йомғаҡланы.