Йәйге лагерь. 21 көн
Июнь 17, 2025
Просмотров: 934
"Ҡояшҡай" көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу үҙәгендә һуңғы көн бик әүҙем үтте. Урамда ҡуйылған уҡтар ярҙамында Абдулғужин И.И. уҡтан атыу буйынса ярыш ойошторған урынға килеп еттеләр. Еңеүселәр билдәләнде. Төрлө спорт уйындары уйнағас, ашнаҡсылар әҙерләгән йылы аш менән һыйландылар. Иң һуңынан үҙәк эшенә йомғаҡ яһалды, тәрбиәселәр тарафынан үҙәккә йөрөгән балалар араһынан иң- иңдәре билдәләнеп татлы приздар алып ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп, йәйге ялға таралыштылар.
#лагерьдневногопребывания
#лагерьдневногопребывания