"Лунапарк"ҡа экскурсия

Июнь 3, 2025 Просмотров: 90
Оҙайлы уҡыу йылы артта ҡалды. Каникулдар башланыу менән 8, 10 класс уҡыусылары  Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан "Лунапарк"ҡа экскурсияға барып ҡайтты. Сәйәхәт бик мауыҡтырғыс һәм күңелле барҙы. Бындағы тәбиғәт, аҙым һайын осраған төрлө әкиәт һындары , бәүелсәктәр, беседкалар уҡыусыларға бик оҡшаны. Шулай уҡ паркта бик күп ҡулға эйәләштерелгән ҡырағай хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы осратырға мөмкин ине. Уҡыусылар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, яңы дәрт-дарман алып ҡайттылар.