Һуңғы ҡыңғырау

Май 24, 2025 Просмотров: 157

Бөгөн Үрге Муйнаҡ мәктәбендә 9-сы кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларына аҡ юлдар, яңы асыштар, еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ. Тулҡынландырғыс, шатлыҡлы, моңһоу, күңелле һәм һағышлы байрам ул - Һуңғы ҡыңғырау!

Уҡыусылар бала сағы үткән шаулы мәктәп йылдары менән хушлаша, ғүмерҙәренең тәүге бәләкәй генә этабы тамамлана. Алда яңы маҡсаттар, бурыстар тора. Уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҙур тулҡынланыу кисерәләр был көндө. Был тантаналы сарала мәктәп директоры Ҡотошова Г.Ҡ., Ейәнсура районы депутаты Ҡолмөхәмәтов И.Ш., Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Атнағолов Д.Ф., ветеран уҡытыусы Килдебаева Ф.З. ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһанылар. олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаусы уҡыусыларҙы, “Еңеүҙең 80 йыллығына -80 бишле” акцияһында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Тантана 9 класс, 1 -2 класс сығыштары, 3-4 кластың музыкаль номерҙары, ата-әсәләрҙең ҡотлауҙары, рәхмәт һәҙҙәре менән үрелеп барҙы.