Хәүефһеҙлек һағында

Май 24, 2025 Просмотров: 146

Тағы ла бер уҡыу йылы тамамлана. Балалар өсөн көтөп алған каникулдар башланырға тора.Үрге Муйнаҡ мәктәбендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртергә тип 23 май ата-әсәләр йыйылышы үтте. Был сарала эске хеҙмәт майоры  А.И. Зәбирова ҡатнашты. Ул сығышында: нәҡ йәй миҙгелендә, балалар ғүмерҙәре хәүеф аҫтына ҡуйыла, шуға күрә йәйге каникул ваҡытында уларҙың ялын дөрөҫ ойошторорға, уңайлы һәм хәүефһеҙ ял өсөн шарттар булдырырға кәрәк,тине Ата-әсәләр балаларына иғтибарлы булырға, уларҙың нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынып, ҡайҙа йөрөгәндәрен белеп торорға тейеш. Шулай уҡ йәй балаларҙың ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә янғын сығыу хәүефе бар. Балаларға янғын хәүеф-һеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Уларға шырпы менән уйнарға, урманда усаҡ яғырға рөхсәт итмәгеҙ.
Скутерҙа һәм велосипедта хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләрен, уларҙы үтәргә кәрәклеген хәтерҙәренә төшөрөгөҙ.
Ата-әсәләрҙең рөхсәтенән тыш урманға һәм йылғаға барырға ярамай. Юл буйында уйнау, ташландыҡ биналарҙа, сүплектәрҙә йөрөү, таныш булмаған кешеләр менән аралашырға ярамай, эҫе ҡабыуҙан һаҡланырға кәрәк.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йышыраҡ ҡабатлап торған һайын, улар уны нығыраҡ хәтерҙәрендә ҡалдырыр.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!Ошондай теләктәр һәм иҫкәрмәләр ата-әсәләргә еткерелде.