Яҙғы эштәр
Май 20, 2025
Просмотров: 170
19 май Муйнак урта мәктәбенең мәктәп яны йәшелсә баҡсаһында яҙғы эштәр ойошҡан рәүештә барҙы. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар сәсеү эштәрен дәррәү башҡарып сыҡтылар. Улар баҡсаларҙа түтәл эшләнеләр. Картуф, йәшелсә ултырттылар, һыу һиптеләр. Үҫентеләрҙе күсерҙеләр. Мәктәп яны балҡып торор — йәй көнө күрерһегеҙ!