Еңеү байрамы
Үрге Муйнаҡ урта мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған мәктәп митингыһы үтте. Тантанаға ветеран уҡытыусылар, һуғыш йылы балалары саҡырылды. «Үлемһеҙ полк 2025» акцияһы үтте. Уҡыусылар үҙҙәренең герой ата-бабаларының портреттарын тотоп, ауыл урамдары буйлап "Шайморатов генерал", "Катюша", "Ерҙән һалдат атлай" йырҙарын йырлап ғорурлыҡ менән үттеләр. Был мөһим ваҡиға уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе йыйҙы, атмосфераны тантаналылыҡ һәм тәрән патриотизм менән тултырҙы, сөнки ҡатнашыусыларҙың күкрәгендә Бөйөк Еңеүгә хөрмәт күрһәтеүҙе символлаштырған георгий таҫмалары ғорурлыҡ менән елберләй ине. Уҡыусылар сағыу сығыштары менән клубта уҙғарылған байрам концертының биҙәге булдылар. Тантана аҙағында сакырылган ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм мәктәп уҡыусылары һуғыш йылдарында яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған, хәрби һәм гражданлыҡ бурысын намыҫлы һәм батырлыҡ менән үтәгән, үҙ иленең киләсәге хаҡына ғүмерен биргән һәр кемгә ҙур ихтирам һәм рәхмәт белдереп обелискыға веноктар һәм сәскәләр һалды. Уҡыусылар мәктәпкә килгән ҡунаҡтарға Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан биҙәлгән залдарға һәм музейға экскурсия ойоштороҙо. Сара аҙағында һалдат бутҡаһы менән һыйланылар.