Хәтер акцияһы

Май 7, 2025 Просмотров: 282

Бөгөн Үрге Муйнаҡ мәктәбндә патриотик аҙналыҡ сиктәрендә мәктәп музейына экскурсиялар ойошторолдо. Йәш быуынға илһөйәрлек рухын бала саҡтан уҡ һеңдереп үҫтерергә кәрәк, тап мәктәп музейы балалаларҙы ошо юҫыҡта тәрбиәләҙә ҙур роль уйнай. Үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү үҙәктәренең береһе булған Үрге Муйнаҡ мәктәбе музейында Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә эшләп килә. Музей фондында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фронт хаттары, хәрби наградалар, фото һәм документаль материалдар бар. Музейҙа яңы экспозициялар ойоштороу менән бер рәттән, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә айырым иғтибар бирелә. Һәр йылдағыса Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап музей “Хәтер акцияһын”, күргәҙмә ойоштора. Бөгөн уҡыусылар үҙенсәлекле экспонаттар менән танышты .