Экологик өмәләр дауам итә
Апрель 23, 2025
Просмотров: 126
Экологик субботниктар дауам итә. Беҙҙең мәктәптә тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса экологик субботниктар дауам итә. 18 апрель бөтә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм эшселәр бер һүҙҙән булып мәктәп территорияһын ҡый үләндәренән, сүп-сарҙан таҙартты, төҙөкләндереү эштәре менән булышты. Иң тәүҙә балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаждар үткәрелде. Алмағас аралары ҡойолған япраҡтарҙан, ҡороған ботаҡтарҙан таҙартылда. Мәктәп баҡсаһы шат тауыштарҙан гөрләп торҙо .