Уҡ атыу түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр
Апрель 14, 2025
Просмотров: 119
Муйнаҡ урта мәктәбендә өсөнсө йыл рәттән "Төнъяҡ Амурҙары" исемле йәйәнән уҡ атыу түңәрәге эшләп килә.Етәксеһе Ирәндек Иҙел улы Әбделғужин тәү йылдары үҙенең инициативаһы менән эште башлаһа, быйылғы уҡыу йылында башланғыс класс уҡыусылары менән "Йәйәнән уҡ атыу" проект эшен яҡлап "Аврора" платформаһында еңеүгә өлгәшеп,Республикала еңеүселәр рәтендә 50 меңлек грантҡа эйә булдылар.Был аҡсаға ауыл мәҙәниәт йортонда уғатыуҙан уңайлы бүлмә, уҡ, яндар алыуға өлгәште.Йәш уҡсылар әҙ ваҡыт эсендә шөғөлләнеугә ҡарамаҫтан ,район - ара, республика кимәлендә турнирҙарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар ала. Иң әүҙем шөғөлләнгән уҡыусылар: Илнара Хәмиҙуллина,Дилбәр Бикмөхәмәтова,Йәнгүзәл Йәнғәлина,Фларис Хәмиҙуллин.Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәптә уҡыусылар спорт йүнәлешендәге төрлө өҫтәлмә түңәрәктәргә йөрөп физик яҡтан ныҡлы әҙерлеккә эйә булалар .