Музейға экскурсия
Апрель 11, 2025
Просмотров: 82
10 апрель көнө "Аҡсәскә" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең тәрбиәсеһе Азнабаева Тәнзилә Булат ҡыҙы менән мәктәп музейында экскурсияла булдылар. Улар музейҙа боронғо башҡорт көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һабалары, эш ҡоралдары менән таныштылар. Бишектә йоҡлап ятҡан бәпес- ҡурсаҡты бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Беренсе этаждагы балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән хәрби техника моделдәре, төшөргән һүрәттәре, МХО ға арналған мөйөштә улар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Уҡыусылар ҡулы менән эшләнгән мәңгелек ут янында фотоға ла төштөләр