Тирә-яҡ таҙа булһын!
Апрель 10, 2025
Просмотров: 86
Үрге Муйнаҡ мәктәбендә 9 апрель сираттағы өмә үтте . Яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү күптән килгән күркәм йола. Яҙғы өмәләргә уҡыусылар, уҡытыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр дәррәү ҡушылды. Тирә-яҡтан байтаҡ ҡына ҡый йыйып, тоҡтарға тултырып, контейнерҙарға алып барып һалдылар. Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды.
Өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бик ҙур рәхмәт!!!