Экологик өмә
Апрель 10, 2025
Просмотров: 92
Үргә Муйнаҡ мәктәбендә 7 апрель экологик өмә үтте. Күмәкләшеп бергә эшләү татыулыҡҡа, берҙәмлеккә килтерһә, икенсенән, эштәр ҙә ырамлы бара, ярыш сәме уяна. Ә иң мөһиме - хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә. Шуға күрә лә элек-электән эштәр дөйөм өмә менән башҡарылған.
Күмәк көс менән мәктәбебеҙҙең тирә - яғын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Мәктәп яны балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Күҙ асып йомғансы территориябыҙ сүп - сарҙан таҙартылды.
Өмәлә ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға, техник хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Мәктәбебеҙ һәр саҡ шулай уҡыусыларыбыҙҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон, донъялар имен булһын!