Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
Март 14, 2025
Просмотров: 347
13 мартта Үрге Муйнаҡ мәктәбендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап “Бер кем дә , бер нимә лә онотолмай...” исемле хәтер кисһе үтте. Был сараға мәрхүмдәрҙең әсәләре, туғандары саҡырылды. Улар яҡындары тураһында һөйләне. Уҡыусылар яуҙа һәләк булған ауылдаштарыбыҙ тураһында иҫтәлектәр тыңланы, фотоальбомдар ҡараны һорауҙарға яуап алды. Махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштарыбыҙ тураһында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.