Ярҙам итәбеҙ!

Март 11, 2025 Просмотров: 138

Муйнаҡ урта мәктәбендә күптән инде, өлкәндәргә ярҙам йөҙөнән, шефлыҡ эше эшләп килә. Ошо йәһәттән, мәктәбебеҙҙең 5-7 класс уҡыусылары, класс етәкселәре менән хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы инәйҙәргә ярҙамға барҙылар. Улар урам яғын һәм ишек алдын ҡарҙан таҙарттылар. Ихлас ярҙам иткәнгәме арыуҙың нимә икәнен дә белмәнеләр. Эш ырамлы барҙы. Инәйҙәрҙең шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡан ине. Тағы килеүҙәрен һорап, ҡыуанышып тороп ҡалдылар.