Медиктар менән осрашыу

Февраль 17, 2025 Просмотров: 188

Үрге Муйнаҡ мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары өсөн наркомания, алкоголизм, Вич/Спид-ты иҫкәртеү, иртә енси мөнәсәбәт, электрон сигареттарҙың һаулыҡ өсөн зыянлы булыуы тураһында район дауахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойошторолдо. Вагапова Гөлсәсәк Гәрәй ҡыҙы һәм Йылҡыбаева Ғәлиә Сайфулла ҡыҙы балалар менән «үҫмерҙәрҙең енси тәрбиәһе»темаһына әңгәмә үткәрҙе. Сарала 25-кә яҡын кеше ҡатнашты. Һөйләшеү балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе кем тәрбиәләү тураһында барҙы, һәм балалар мәғлүмәттең күп өлөшөн ғаилә бирергә тейеш тигән һығымтаға килде, сөнки бында һүҙ баланың физик үҫеше тураһында ғына түгел, ә рухи үҫеше тураһында ла бара. Һөйләшеүҙә өлгөрөү, гормональ тулҡынланыу фонында организмдағы үҙгәрештәр темаһы ла күтәрелде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар араһындағы енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләнелде. Киләсәктә ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр тик дуҫлыҡ, мөхәббәткә нигеҙләнергә тейешлек , дөрөҫ мөнәсәбәттәрҙе нисек төҙөргә икәнлеге аңлатылды.

Шулай уҡ электрон сигареттарҙың һаулыҡҡа зыянлы булыуы тураһында ла уҡыусыларға тулы һәм ентекле мәғлүмәт бирелде.