Ата-әсәләр йыйылышы

Январь 31, 2025 Просмотров: 122
Был аҙнала Үрге Муйнаҡ дөйөм белем биреү мәктәбендә  ата - әсәләр йыйылыштары үтте . Һәр класта  2-се сиреккә йомғаҡ яһалды, 3-сө сиреккә пландар ҡабул ителде. 9-сы кластың ата-әсәләре өсөн ТДИ темаһы төп һорауҙарҙың береһе булды. Башҡа кластарҙың   ата-әсәләре өлгәш һәм көн тәртибенең теүәл үтәлеше, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһында һөйләште.