Мәктәп башланғыстары
“ Мәктәп башланғыстары” инициативалы бюджетлау проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Үрге Муйнаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 23 ғинуарҙа уҡыусыларҙың үҙидара ойошмаһы ағзалары 8- 10 класс уҡыусыларының сираттағы йыйылышын ойошторҙо. 28 уҡыусынан торған биш төркөм тарафынан түбәндәге инициативалы бюджетлау проекттары тәҡдим ителде: “Ял итеү зонаһы”, «Мәктәп ихатаһы», музыкаль студия “Күңелле ноталар” , “Уҡтан атыу”, “Мәктәп радиоһы” . Һәр инициатив төркөм үҙ проектының маҡсатын, бурыстарын асыҡланы. Юғарылағы проекттар ни рәүешле уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙә мөһим роль уйнауын дәлилләне. Уларҙы уҡыусыларға йәлеп итеү ысулы булараҡ сағыу плакат төҙөү, үҫеш юлдарын асыҡлау киләсәк быуындың рухи байлығын үҫтереүҙә мөһимлеген асыҡланылар.
Киләһе йыйылышта һәр төркөм үҙҙәре һайлап , эш алып барған проекттарҙы яҡлап сығыш яһаясаҡтар, эш һөҙөмтәһе булып 5-10 класс уҡыусылары араһында асыҡ тауыш менән еңеп сыҡҡан проектты тормошҡа ашырыу буйынса эште алып барасаҡтар.