Эҙләнеүҙәр юлында
Январь 23, 2025
Просмотров: 101
Муйнак урта мәктәбе республика кимәлендә ҡаралған "Мәктәп башланғыстарын бюджетлау" программаһында ҡатнашырға ҙур ихласлыҡ менән теләк белдерҙе.Был программала ҡатнашыу инфраструктураны үҫтереүҙә бюджет ҡарарын ҡабул итеүгә мөмкинселек бирә."Бергәләп хәл итәбеҙ" девизы аҫтында эште алып барыу өсөн уҡыусылар менән берлектә биш проект өҫтөндә эште алып барыу мөһим.Тауыш йыйыуҙа алдынғы урын яулаған проектты тормошҡа ашырыу мөмкинселеге була. Шуға ярашлы 22 ғинуарҙа мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар, 7-11 класс уҡыусылары "Мәктәп башланғыстарын бюджетлау" программаһының маҡсаты,бурыстары хаҡында йыйылыш уҙғарылды.