Яңы йыл байрамы

Декабрь 27, 2024 Просмотров: 28

Бөгөн мәктәбебеҙҙә йылдағыса шаулап-гөрләп Яңы йыл кисәләре үтте.

Һәр класс уҡыусылары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға һөнәрҙәрен күрһәтте. Ҡупшы шыршы янында йырҙар йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп күңел асҡан балалар тауышынан ауылыбыҙ клубы гөр килде. Йомарт ҡуллы Ҡыш бабайҙың татлы күстәнәстәренән иһә һәр балаға өлөш төштө.

Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!