Уҡ атыу
Декабрь 24, 2024
Просмотров: 57
Үргә Муйнаҡ мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Ғайсина Рәүилә Сабирйән ҡыҙы һәм Ватанды һаҡлау һәм хәүфһеҙлек нигеҙҙәре дәрестәрен алып барыусы Әбделғужин Ирәндек Иҙел улы Аврора платформаһында конкурста ҡатнашып еңеүсе булды. Улар төҙөгән “Уҡтан атыу” программаһы - Иң яҡшы белем биреү программаһы тип танылды һәм 50 меңлек сертификат менән бүләкләнде. Был “Уҡтан атыу” түңәрәген тағы ла яҡшыраҡ ойоштороуға ҙур ярҙам буласаҡ. Уҡыусыларҙың ҡыуанысының сиге юҡ, сөнки был түңәрәккә улар бик теләп йөрөй.