Башҡорт теле көнө
Декабрь 13, 2024
Просмотров: 191
14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 29 октябрендәге ҡарары менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында булдырылды. Байрам күренекле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Ошо сара сиктәрендә Үрге Муйнаҡ мәктәбендә “Тыуған илем.Ғаиләм.Ватаным” темаһы аҫтында дәрестәр үтте. Дәрестә уҡыусылар туған тел тураһында бик ҙур мәғлүмәт тупланы.